

Улар 25 декабрҙән 10 ғинуарға тиклем популяр маршруттар буйлап йөрөй, тип хәбәр итте компанияның матбуғат хеҙмәте.
Өҫтәмә поездар Һамар — Мәскәү, Пенза — Мәскәү, Өфө — Мәскәү (Һамар аша), Өфө — Мәскәү (Ульяновск аша), Мәскәү — Димитровград, Мәскәү — Тольятти, Орск — Мәскәү — Орск (Һамар аша) маршруттары буйынса йөрөй.
Тимер юлсылар көн һайын поездарҙа буш урындар бармы-юҡмы икәнен күҙәтеп бара. Әгәр ҡайһы бер йүнәлештәргә һорау артһа, өҫтәмә рейстар һанын арттырыу йәки тәғәйенләнгән составтарға өҫтәмә вагондар индереү мөмкинлеге ҡарала.
Башинформ.