

«Әсәлек даны» миҙалы 1998 йылдан алып биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән күп балалы әсәләргә бирелә. Башҡортостанда йәмғеһе һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо юғары исемгә лайыҡ булған.
Награда менән бергә аҡсалата премия тапшырыла, элек ул һалым ҡайтармаһы менән 17 241 һум ине. 2022 йылдың 1 ғинуарынан иһә ҡатын-ҡыҙҙарға 25 мең һум түләнә башлай.
Башинформ.