Ашҡаҙар
+30 °С
Облачно
Республика һулышы
15 Декабря 2021, 11:00

Өфөлә Милли педагогик форум уҙа

Унда мәғариф өлкәһендәге белгестәр, белем биреү һәм йәмғиәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса тикшеренеүселәр, ғалимдар ҡатнаша.

Өфөлә Милли педагогик форум уҙаӨфөлә Милли педагогик форум уҙа
Өфөлә Милли педагогик форум уҙа

Милли педагогика форумы ғилми, фәнни-белем һәм мәғрифәтселек сараларын үҙенең эсенә ала. Форум сиктәрендә “Мосолман халыҡтарының рухи донъяһы” (16-сы Аҡмулла уҡыуҙары) халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының, “Дистанцияла белем биреү: трансформация, өҫтөнлөктәр, тәжрибә һәм тәүәккәллек” тигән Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конференцияһының, “Рәхимов уҡыуҙары-2021” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының, совет һәм Рәсәй ғалимы-математигы Анатолий Костюченконың тыуыуына 90 йыл тулыу уңайынан халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияның, шулай уҡ Бөтә Рәсәй түңәрәк өҫтәлдең ойошторолоуы эш планына ингән.

Бөгөн “Мосолман халыҡтарының рухи донъяһы. Фән, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәһендә мәғрифәтселәрҙең гуманистик мираҫы” тигән халыҡ-ара фәнни–ғәмәли конференция ойошторола.

Милли педагогик форум  рус, башҡорт, инглиз телдәрендә онлайн форматта уҙа. 

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас