

Мәғлүм булыуынса, бындай мәғариф акциялары ил Президенты указы менән раҫланған “Рәсәй Федерацияһының һанлы иҡтисады” милли проектының ”Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Республикабыҙ йәштәре программалау нигеҙҙәре, логик һәм алгоритмик фекерләүҙе үҫтереү буйынса ярыштарҙа әүҙем ҡатнаша. Был юлы онлайн-олимпиадала уларҙың һанлы уйындар уйлап табыу өлкәһендә белемен һынап ҡарау мөмкинлеге бар.
– Бындай белем биреү саралары ҙур әһәмиәткә эйә. Традицион иҡтисадтың үҫеше яңы кадрҙар әҙерләүгә туранан-тура бәйле. Бындай әҙерлек мәктәптән үк башлана. Төбәк ошо йүнәлештәге милли проектты тулыһынса хуплай, – тине Башҡортостан дәүләт идараһының һанлы үҫеше министрының беренсе урынбаҫары Денис Слепов.
Әйткәндәй, олимпиадала ҡатнашыу бушлай. Уның сайтына https://prog.uchi.ru/ һылтанмаһы буйынса инергә мөмкин. #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Фото: it.bashkortostan.ru/presscenter/news/417366/
Сығанаҡ: https://srk.nationalpriority.ru/press_releases/194439
bashgazet.ru