

Ойоштороусы булып «Башҡортостан Республикаһында уңайлы мөхит» республика программаһы сиктәрендә Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы сығыш яһаны.
Реабилитация һәм абилитация хеҙмәттәрен күрһәткән ойошмалар ҡатнашлығында «Реабилитация», «Абилитация», «Интеграция», «Коммуникациялар» темалары буйынса күргәҙмә ойоштороу күҙаллана.
Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, инвалидтың тормошон еңелләштерергә һәм уны социалләштерергә ярҙам иткән реаль техник саралар күрһәтелә. Етештереүселәр ҡаршылыҡһыҙ мөхит булдырыуҙың яңы технологиялары, йәмғиәттә яраҡлашыуҙың һөҙөмтәле методикалары менән таныштыра.
Техник реабилитация сараларын күрһәтеүҙән тыш, күргәҙмәлә бай йөкмәткеле эшлекле программа көтөлә: уңайлы мөхит булдырыу проблемалары буйынса фекер алышыуҙар, оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр.
Сара барышында тәүге тапҡыр түңәрәк өҫтәлдә һирәк осрай торған (орфан) сирҙәрҙән яфаланғандарҙы реабилитациялау мәсьәләһе күтәрелә. Бынан тыш, күргәҙмәлә һаулыҡ мөмкинлектәре сиклеләр эшләгән продукция йәрминкәһе, «Ҡаршылыҡтарҙы емереп» төбәк-ара балалар ижады фестиваленең гала-концерты була.
Күргәҙмә-форум иртәнге сәғәт 10-да асыла һәм киске 5-тә тамамлана.
Һылтанма буйынса алдан теркәлергә кәрәк. Унда ҡатнашыу өсөн шәхесте раҫлаған таныҡлыҡ һәм вакцинация тураһында сертификаттың куар-коды булырға тейеш.
Башинформ.