Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
17 Декабрь 2021, 12:00

«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания

Республикала «Ростех» дәүләт корпорацияһы предприятиелары пандемияның ҡатмарлы осорон уңышлы үтә. Айырыуса «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы», «Станоктар эшләү», «БелЗАН» компаниялары ауыр хәлдә ҡалғайны. «Ростех» етәкселеге менән бергә республика властары ундағы хәлде төҙәтте, машина эшләүселәр яйлап элекке күрһәткестәргә өлгәшә башланы.

«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания
«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания

 Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн Өфөлә Халыҡ-ара бизнес аҙналығын асҡан Башҡортостандың ведомство-ара комиссияһы һәм «Ростех» дәүләт корпорацияһы ултырышында белдерҙе. Республика етәксеһе «Ростех» компаниялар төркөмө авиация комплексының индустриаль директоры Анатолий Сердюковҡа һәм дәүләт корпорацияһы етәкселегенә тығыҙ хеҙмәттәшлек, республиканың пландарын һәм башланғыстарын хуплаған өсөн рәхмәт белдерҙе.

«Күмертау предприятиеһы икенсе йыл рәттән күләмен арттыра. Йыл йомғаҡтары буйынса продукцияның күләме 9,5 миллиард һумға етергә тейеш. Беҙ республика ихтыяжы өсөн лизингка Ка32А11ВС вертолетын һатып алдыҡ, пилотһыҙ вертолет проекты ла уңышлы булыр тип ышанабыҙ. Сәнәғәтте үҫтереү фондының уны хуплауы һәм 1,7 миллиард һумға финансларға әҙер булыуы мөһим», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

«Ростех» идараһы Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөн ойоштороу тураһында ҡарар ҡабул итте, тине Радий Хәбиров. Унда республиканың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания була. Компанияны үҫтереүгә яҡынса 1 миллиард һум йүнәлтеү планлаштырыла. Бәләбәй «Автонормаль» заводының яңы ҡеүәттәрен булдырыуға ла ошондай уҡ инвестиция күләме көтөлә. Туймазы бетон ташыу машиналары заводы һәм «НЕФАЗ» йылды үҫеш менән тамамларға ниәтләй. «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – «Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе», «Өфө агрегат производство берекмәһе», «Өфө приборҙар эшләү производство берекмәһе» һәм «Прогресс» тотороҡло эшләй.

«Бөгөн АЛ-31СТ двигателе менән Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең газ һурҙырыу агрегатын комплекслы һынауға старт бирәбеҙ. Тиҙҙән уның иң яҡшы модификацияһын - АЛ-41СТ-ны баһаларбыҙ тип ышанам. Әлбиттә, Евразия ғилми-белем биреү үҙәге эшендә әүҙемерәк ҡатнашыуығыҙҙы һорайым. Машина эшләү тармағы буйынса «Профессионалитет» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыу өсөн биргән ғаризабыҙ ҙа хуплау табыр тип ышанабыҙ», – тине республика етәксеһе.

Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, республиканың 2022 йылды яҡшы кәйеф менән ҡаршылау өсөн сәбәптәре күп.

«Быйыл республика сәнәғәте 1,8 триллион һумлыҡ продукция бирер тип көтәбеҙ. Ундан бер өлөшө – «Ростех» предприятиелары. Бик яҡшы һөҙөмтә. Коллегалар, һеҙгә ошондай яҡшы эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәм һәм яңы уңыштар теләйем», – тип йомғаҡ яһаны Радий Хәбиров.

Башинформ.

«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания
«Ростех»тың Станоктар эшләү сәнәғәт төркөмөндә Башҡортостандың «Станоктар эшләү» предприятиеһы төп компания
Автор:
Читайте нас