Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
2 Ғинуар 2022, 18:44

Радий Хәбиров: 2022 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын яңырта башлайбыҙ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы дәүләт унитар предприятиеһында булды. Ул эшен телерадиокомпанияның медпунктын ҡарауҙан башланы. Предприятиеның генераль директоры Рөстәм Зәрәфетдинов республика етәксеһенә компания хеҙмәткәрҙәренең 99% коронавирустан прививка яһатыуын, ә медпункттың медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн кәрәкле бар ҡорамалдар менән йыһазландырылыуын һөйләне.

Радий Хәбиров: 2022 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын яңырта башлайбыҙРадий Хәбиров: 2022 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын яңырта башлайбыҙ
Радий Хәбиров: 2022 йылда «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын яңырта башлайбыҙ

Радий Хәбиров «Республика Live» программаһы редакцияһында булды. Ул 2018 йылдың 14 ноябренән эфирға сыға. Һәр сығарылыштың хронометражы — 26 минут. Программа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың эш сәфәрҙәре барышында реаль ваҡытта төшөрөлә. Проект авторы һәм етәксеһе Елена Прочаковская әйтеүенсә, Яңы йыл алдынан БСТ телеканалында тапшырыуҙың 398-се сығарылышы эфирға сыға.

«Республика Live» проекты төркөмө Башҡортостан Башлығының эш сәфәрҙәрен генә күрһәтеп ҡалмай, был — республиканың тарихи йылъяҙмаһы ла, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Республика етәксеһе «Юлдаш» һәм «Спутник ФМ» радиостанцияларының эфир зоналарында ла булды. «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы директорының радиотапшырыуҙар буйынса урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева, радиостанцияларҙың баш мөхәррирҙәре Миләүшә Йәғәфәрова һәм Роза Төхбәтова һүҙҙәренсә, радионың төп ҡорамалы 2000 йылдар башында уҡ ҡуйылған. 20 йылға яҡын тәүлек әйләнәһенә эшләү осоронда ул әхлаҡи һәм физик яҡтан иҫкергән. Радионың тапшырыу комплексын яңыртыу аудиторияны сифатлы программалар менән тәьмин итергә мөмкинлек бирер ине, тине улар.

«Телерадиокомпания коллективына быйыл яйға һалынған эше өсөн рәхмәт әйткем килә, йыл бөтәһе өсөн дә еңелдән булманы. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы – беҙҙең һәм республикабыҙҙың ғорурлығы ул. Беҙ йөкмәткеле эшегеҙ өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Тамашасы, тыңлаусы өсөн федераль каналдар менән һеҙҙең арала ҙур конкуренция, аңлашыла, уларҙың программалар әҙерләү өсөн финанс мөмкинлектәре күберәк. Хәҙер телевидение юҡҡа сыға, тиһәләр ҙә, минеңсә, был улай түгел», — тине Радий Хәбиров.

2022 йылдың икенсе яртыһында республика «Башҡортостан» телерадиокомпанияһын яңыртыуға аҡса бүлә, тип билдәләне Башҡортостан Башлығы. Ул Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәкселегенә телерадиокомпания етәкселеге менән берлектә юл картаһын әҙерләргә һәм компанияның матди-техник базаһын яҡшыртыу буйынса тейешле документтар тапшырырға ҡушты.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас