Ашҡаҙар
+20 °С
Облачно
Республика һулышы
11 Января 2022, 08:12

«Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде

1 ғинуарҙан Өфө хакимиәте башлығы Сергей Грековтың ҡушыуы буйынса «Йылы Өфө» колл-үҙәге Граждандарҙы яҡлау идаралығының диспетчер хеҙмәте базаһындағы Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде, тип хәбәр иттеләр мэриялағы оператив кәңәшмәлә.

«Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде«Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде
«Йылы Өфө» колл-үҙәге Ситуация үҙәге итеп үҙгәртелде

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Өфө оператив штабының көҙгө-ҡышҡы осорҙа торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһының эше буйынса ҡала колл-үҙәге былтыр сентябрҙән алып эшләй. Бында өфөләр йылылыҡ менән тәьмин итеү, артыҡ йылытыу, йылылыҡ өсөн түләү һәм башҡа мәсьәләләр буйынса мөрәжәғәт итте.

Хәҙер колл-үҙәк халыҡтан йәмәғәт транспорты, шулай уҡ сүп-сарҙы ваҡытында сығарыу мәсьәләләре буйынса ла шылтыратыуҙар ҡабул итә башлай.

Эш башланғандан алып «Йылы Өфө» колл-үҙәге хеҙмәткәрҙәре бөтәһе 20 меңдән ашыу мөрәжәғәт теркәгән тип белдерҙе Өфө хакимиәтенең ҡала йәшәйешен тәьмин итеү идаралығы начальнигы урынбаҫары Антон Тристан.

8 (347) 277-09-11 телефонынан тыш, мөрәжәғәттәр @Ufahotbot  телеграм-боты ярҙамында, «Йылы Өфө» һәм «Ҡарлы Өфө» сервистарында муниципалитет сайты аша ҡабул ителә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас