

«Өфө» халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, тәүлегенә Башҡортостандың баш ҡалаһынан Мәскәүгә бөтәһе 13 рейс башҡарыла.
«Азимут» авиакомпанияһы Дондағы Ростов - Волгоград - Өфө даими рейсын асты. Осоштар 18 ғинуарҙа 100 пассажир һыйҙырышлы Sukhoi Superjet 100 самолетында башлана.
2021 йылдың аҙағына тиклем Өфөнән Волгоградҡа осоштарҙы Utair авиакомпанияһы башҡарҙы. Хәҙер был рейстар туҡтатылған.
Башинформ.