Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
18 Ғинуар 2022, 06:30

Республика Башлығы металл һыныҡтарын законһыҙ ҡабул итеү баҙарын «фаш итергә» ҡушты

Радий Хәбиров металл һыныҡтарын законһыҙ ҡулланыуға ҡаршы көрәшеү өсөн эшсе төркөм ойошторорға ҡушты. Башҡортостан Башлығы Өфөнән башларға кәңәш бирҙе, сөнки баш ҡалала ошондай 250-нән ашыу нөктә бар. 

Республика Башлығы металл һыныҡтарын законһыҙ ҡабул итеү баҙарын «фаш итергә» ҡуштыРеспублика Башлығы металл һыныҡтарын законһыҙ ҡабул итеү баҙарын «фаш итергә» ҡушты
Республика Башлығы металл һыныҡтарын законһыҙ ҡабул итеү баҙарын «фаш итергә» ҡушты

«Бындай эшмәкәрлек өсөн лицензия кәрәк, ләкин күптәре унһыҙ эшләй, — тип билдәләне республика хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров. — Ялған хәмер менән нисек эшләй башланыҡ, бында ла шулай хәлде «фаш итергә» кәрәк. Был системалы проблема түгел, әлбиттә, ләкин уның менән шөғөлләнеү зарур».

Башҡортостандың баш федераль инспекторы Алексей Касьяновҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарының үҙ-ара эш итеүен ойоштороу бурысы йөкмәтелде.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас