Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
26 Ғинуар 2022, 15:23

Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.

Башҡортостанда газификация кимәле 84 процентҡа яҡын. Тик юғары күрһәткес тынысланырға мөмкин тигәнде аңлатмай. Радий Хәбиров ҡатнашлығында бөгөн «Газпром» акционерҙар йәмғиәтендә уҙған ведомство-ара комиссия ултырышында зәңгәр яғыулыҡтың киләсәге тураһында һүҙ барҙы. Тармаҡ алдында зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу буйынса ла оло бурыстар тора.

Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.
Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.

Газ үтмәгән ауылдарға селтәрҙәр һуҙыу ғына түгел. Республикала төҙөлөш йылдам бара, яңы урамдар, йорттарҙы ла зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырыу мотлаҡ. Башҡортостанда догазификация программаһына 130 мең йорт инә, 19 мең ғариза ҡабул ителгән, 2 меңе үтәлгән дә инде. Догазификация программаһына ярашлы участка сигенә тиклем селтәрҙәр бушлай һуҙыла. «Газпром Трансгаз Өфө» йәмғиәтенең генераль директоры Шамил Шәрипов әйтеүенсә, тармаҡтағы юғары күрһәткестәр Республика етәкеселеге менән бергә алып барылған тырыш хеҙмәт һөҙөмтәһе.

Ведомство-ара комиссия ултырышында газ заправкалау стациялары төҙөү хаҡында ла һүҙ барҙы. Әле Республикала был объекттарҙың иҫәбе 4 тиҫтәнән ашыу. Киләсәктә һанды арттырыу бурысы ҡуйыла, сөнки ихтыяж арта. Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн дә газ менән заправкаланған техника алырға ҡушты.

Республикала 2020 йылдан социаль яҡлауға мохтаж категорияларға сертификаттар ҙа бирелә. Әлегә тиклем 240 миллион һумға 5 мең ярым сертификат тапшырылған. Быйыл финанслау күләме 50 миллион һум. Матди ярҙамға һуғыш, хәрбиә хәрәкәттәре ветерандары, физик мөмкинлеге сикләнгәндәр, ишле, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр мөрәжәғәт итә ала.

 

Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.
Киләһе 3 йылда 25 меңдән ашыу йортҡа газ үткәрелә, тине Радий Хәбиров.
Автор:
Читайте нас