Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
7 Февраль 2022, 13:00

Радий Хәбиров «Өфө» аэропортын үҫтереү пландары һәм яңы маршруттар хаҡында һөйләне

Мостай Кәрим исемендәге «Өфө» халыҡ-ара аэропорты – Рәсәй Федерацияһында иң яҡшыларҙың береһе, пассажирҙар һаны буйынса Волга буйы федераль округында беренсе урынды биләй. Башҡортостан Башлығы үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙыуынса, былтыр «Өфө» аэропорты эске линияларҙа – 3 362 меңдән ашыу, халыҡ-ара линияларҙа 637 мең кешене хеҙмәтләндергән. 

Радий Хәбиров «Өфө» аэропортын үҫтереү пландары һәм яңы маршруттар хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров «Өфө» аэропортын үҫтереү пландары һәм яңы маршруттар хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров «Өфө» аэропортын үҫтереү пландары һәм яңы маршруттар хаҡында һөйләне

2021 йылдың 12 айында дөйөм пассажирҙар ағымы ковидҡа тиклемге 2019 йыл менән сағыштырғанда 12% артҡан, был уртаса тармаҡ күрһәткесенән юғарыраҡ.

Бөгөн Өфө аэропортынан 58 йүнәлеш буйынса осорға мөмкин, шуларҙың 40-ы – илдә. Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Сочи, Симферополь, Һамар һәм Новосибирск популяр йүнәлештәр булып ҡала. Һуңғы йылда был исемлеккә Волгоград, Калининград, Киров, Махачкала, Минеральные Воды, Усинск, Силәбе ҡалалары өҫтәлде.

«2022 йылда Өфөнән Рәсәйҙең бөтә миллионлы ҡалалары менән тура рейстар асыу мәсьәләһен хәл итербеҙ. Халыҡ-ара рейстарҙа Антальяға, Ереванға, Баҡыға, Дубайға, Истанбулға пассажирҙар ағымы артты. Ереван, Ҡаһирә, Ла-Романа, Ош, Бишкәк, Пунта-Кана, Хургада, Шарм-эль-Шейх, Шарджа кеүек яңы йүнәлештәр асылды», – тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы.

Аэродром комплексын реконструкциялауҙы тамамлау, вокзал яны майҙанын төҙөкләндереү, ҡунаҡхана төҙөү һәм ике терминалды берҙәм архитектура концепцияһына берләштереү планы бар. 

«Санитар-эпидемиологик хәл мөмкинлек биргәс тә, Вена, Тель-Авив, Нур-Солтан менән авиабәйләнеште яйға һалырға иҫәп тотабыҙ. Аэропорт етәкселегенә һәм коллективына һөҙөмтәле эш өсөн ҙур рәхмәт. Барығыҙға ла яҡшы осоштар».
 
Башинформ.
Автор:
Читайте нас