

Торлаҡтың бер «квадраты»ның уртаса баҙар хаҡы республикала даими йәшәгән һәм торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға бүленгән субсидияларҙы иҫәпләү өсөн кәрәк. Был субсидиялар уларға торлаҡ һалыуҙа (һатып алыуҙа) ҡатнашыу өсөн федераль һәм республика бюджеттары аҡсаһы иҫәбенә бүленә.
«Башинформ» хәбәр иткәнсә, республика 2021 йылды торлаҡ төҙөү буйынса рекордлы күрһәткес менән тамамланы — 2,9 миллион квадрат метр. Был иһә республика тарихында иң юғары күрһәткес.
114 меңдән ашыу ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Айырым категориялағы 11 мең гражданға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн дәүләттән яҡынса 2,4 миллиард һумлыҡ ярҙам күрһәтелгән.
Башинформ.
Фото яндекс.