Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
9 Февраль 2022, 05:45

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Был аҡсаға 74 йортта 256 лифтты алмаштырыу, 28 ҡыйыҡты ремонтлау, 800-гә яҡын башҡа эш төрөн башҡарыу ҡарала.

Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын  ремонтлауға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтеләКүп фатирлы йорттарҙың подъездарын  ремонтлауға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә
Күп фатирлы йорттарҙың подъездарын ремонтлауға 5 миллиард һум аҡса йүнәлтелә

Атап әйткәндә, фасад, һыу менән тәьмин итеү һәм һыу бүлеү, йылылыҡ, электр һәм газ менән тәьмин итеү системалары ремонтлана.

“Йорттарҙы капиталь ремонтлау, подъездарҙы яңыртыу, ихаталарҙы төҙөкләндереү эштәрен сифатлы башҡарыу, билдәләнгән ваҡытта тамамлау мөһим”, - тине Республика Башлығы Радий Хәбиров.

Башҡортостанда 39 йылға иҫәпләнгән капиталь ремонт программаһына 17 меңдән ашыу йорт индерелгән. 2014 йылдан алып 8 меңгә яҡын күп фатирлы йортта ремонт башҡарылған.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас