

«Төрлө булһаҡ та, был – республикабыҙҙың һәм тотош Рәсәйҙең төп өҫтөнлөктәренең береһе. Беҙҙе бер ҙур тарих һәм тамырҙар бәйләп тора. Тарихыңды ихтирам итмәһәң, илдең бөйөклөгө лә юғала. Ата-бабаларыбыҙ, уларҙың ҡаһарманлығы хаҡында белергә тейешбеҙ. Тарих барыбыҙҙы ла берләштерә. Беҙ Валериан Альбанов кеүек күренекле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Ҡотопсолар музейы, тиҙҙән асылырға тейешле Шаляпин музейы, Башҡортостандың онотолған исемдәре музейының төп миссияһы – балаларыбыҙ тарихыбыҙҙы белеп үҫһен, онотмаһын», – тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе Америка яҙыусыһын 2024 йылда Өфөнөң юбилейына һәм тотош республика менән танышырға саҡырҙы.
«Беҙҙә бар донъяға билдәле «Шүлгәнташ» мәмерйәһе бар, унда ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәр һаҡланған, тәбиғәте бик матур. Өфө үҙенең юбилейына һиҙелерлек үҙгәрер, Евразия китапханаһын, байтаҡ спорт объекттарын, Евразия ғилми-етештереү үҙәгенең студенттар кампусын төҙөрбөҙ, парктарыбыҙ бик матур», – тине ул.
Радий Хәбиров һүҙҙәренсә, Арктиканы яулаған кешеләр – романтиктар.
«Романтизм – кешенең бөйөклөгө. Арктика – ныҡ ҙур биләмә, унда әлегә билдәһеҙ урындар байтаҡ һәм бик күп асыштар көтөлә», – тип билдәләне Радий Хәбиров.
Башинформ.