

Депутаттар Сергей Грековтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу өсөн дә тауыш бирҙе. Хәҙер ул республика хөкүмәте вице-премьеры рангында Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеген етәкләй.
Сергей Греков Башҡортостан Башлығына бер командала эшләү мөмкинлеге, шулай уҡ Өфө халҡына ҡала тормошонда әүҙем ҡатнашҡан һәм килеп тыуған проблемаларҙы аңлаған өсөн рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров депутаттар алдында сығыш яһағанда бөгөн Өфө өсөн мөһим көн булыуын билдәләне.
«Өфөлә бер нисә ҙур инфраструктура проекты алып барыла. Тағы бер ҙур «Өфөнөң көньяҡ ҡапҡалары» инфраструктура проекты башлана. Беҙҙең бурыс – төҙөү генә түгел, халыҡ өсөн уңайһыҙлыҡтарҙы кәметеү ҙә. Яңы команда алдында Өфөнөң 450 йыллығына әҙерләнеү бурысы тора. Был иһә стратегик бурыстарҙы хәл итеү өсөн яҡшы һылтау. Быйыл ҙур юбилей объекттары төҙөлә башларға тейеш. Өфө иҡтисады һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә, ләкин үҫеш потенциалы бар әле», — тине республика етәксеһе.
Радий Хәбиров Сергей Грековтың Өфө мэры вазифаһында эшләү осоро еңел булмаған ваҡытҡа тура килеүен билдәләп, ошондай ҡатмарлы шарттарҙа эшләгән ҡала хакимиәте командаһына рәхмәт белдерҙе.
Радий Хәбиров Сергей Грековҡа яңы өлкәлә уңыштар теләне һәм уны Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләне.
Республика етәксеһе Ратмир Мәүлиевтың шәхси һәм эшлекле сифаттарын, шулай уҡ уның эшен билдәләне: ул етәкселек иткән осорҙа Нефтекама үҙгәрҙе, унда динамика, инвестиция йәлеп итеүсәнлек барлыҡҡа килде, ҡала икенсе төҫ алды.
Ратмир Мәүлиев 1989 йылдың 14 авгусында Нефтекамала тыуған. 2011 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлап, юрист дипломын алып сыға. Шул уҡ йылда Мәскәүҙә халыҡ-ара юғары бизнес мәктәбендә ҡайтанан әҙерлек үтә. 2014 йылда Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетын тамамлай.
Ул шәхси эшҡыуар булып эшләй, күпмелер ваҡыт Татарстанда муниципаль район башлығы кәңәшсеһе була. 2019 йылдың мартында Нефтекама хакимиәте башлығы итеп һайлана.
Башинформ.