

«Торлаҡ төҙөлөшөндә 2020 йылғы кимәл 18,4 процентҡа артҡан. Мең кешегә 725 квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән», — тип белдерҙеләр Башстатта.
Торлаҡ төҙөлөшө структураһында халыҡтың үҙ иҫәбенә һәм кредит ярҙамында төҙөгән торлаҡ өлөшө 61,3 процент тәшкил иткән. Улар дөйөм майҙаны яҡынса 1,781 миллион «квадрат» 15,8 мең шәхси йорт һалған. Был 2020 йылға ҡарағанда 18,8 процентҡа күберәк.
«Республикала төҙөүселәр — юридик берәмектәр былтыр 1,125 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡты файҙаланыуға тапшырған (2020 йылғы кимәлдән 17,7 процентҡа күберәк)», — тип билдәләне статистиктар.
2021 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәре араһында Башҡортостан «торлаҡ» рейтингында — етенсе, Волга буйы федераль округында икенсе урынды яуланы. Сафҡа индерелгән торлаҡ күләме буйынса округ рейтингында беренсе урында — Татарстан (3 миллион квадрат метрҙан ашыуыраҡ торлаҡ), өсөнсөлә — Һамар өлкәһе, унда 2021 йылда 1,8 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ сафҡа индерелгән.
Башинформ.