Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
16 Февраль 2022, 14:00

Радий Хәбиров: 2022 йылда 320 күп фатирлы йортта 958 подъезды тәртипкә килтерербеҙ

Өс йылда Башҡортостанда подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса 2 184 күп фатирлы йортта 6 493 подъезд төҙөкләндерелде. Эштәрҙең дөйөм суммаһы 2 миллиард һумдан ашыу тәшкил итте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә 2022 йылда ошо программаға финанслауҙы арттырыуға өлгәшеү тураһында яҙҙы. Планда —320 күп фатирлы йорттағы 958 подъезды тәртипкә килтереү.

Радий Хәбиров: 2022 йылда 320 күп фатирлы йортта 958 подъезды тәртипкә килтерербеҙРадий Хәбиров: 2022 йылда 320 күп фатирлы йортта 958 подъезды тәртипкә килтерербеҙ
Радий Хәбиров: 2022 йылда 320 күп фатирлы йортта 958 подъезды тәртипкә килтерербеҙ
«Подъездарҙы комплекслы ремонтлау программаһы буйынса халыҡ ремонтҡа үҙ аҡсаһын тотонмай, бөтәһен дә республика һәм муниципаль бюджет иҫәбенә эшләйбеҙ. Күптәр өйрәнеп бөткән инде, программаның талаптарының береһе — йортта йәшәүселәр менән мотлаҡ килешеү. Улар стенаның төҫөн, дизайнын үҙҙәре һайларға, эштең сифатын күҙәтеп барырға тейеш. Ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙа әүҙемселәр подъезды тағы ла нығыраҡ үҙгәртеү өсөн рәссамдарҙы саҡыра, ул саҡта барыһы ла бик матур килеп сыға»,— тине Радий Хәбиров.

Программа сиктәрендә ишектәр ремонтлана, беренсе ҡаттарҙа керамик плиткалар түшәлә, яңа тамбур ишеге, пластик тәҙрәләр, почта йәшниктәре, энергияны һаҡсыл файҙаланған яҡтыртҡыстар ҡуйыла, шулай уҡ стеналар, түбәләр штукатурлана, тип билдәләне республики етәксеһе.

«Сифат мәсьәләһе бик мөһим. Бер нисә тапҡыр намыҫһыҙ подрядсылар менән «ауыҙ беште», быйыл эштәргә контролде көсәйттек. Халыҡтан элеккесә ситтә ҡалмаҫҡа, эштәрҙе контролдә тоторға ярҙам итеүҙәрен һорайбыҙ. Биш йыл гарантия ла бар».

Башинформ.

Автор:
Читайте нас