

Был маршруттар буйынса 100 урынлыҡ «Сухой Суперджет» SSJ100 ы һәм 220 урынлыҡ Airbus 321 самолеттары оса башлай.
Өфөнән рейстар расписаниеһы:
— Анапала — 30 майҙан дүшәмбе һәм кесаҙна;
— Геленджикка — 31 майҙан шишәмбе һәм йома;
— Симферополгә — 31 майҙан шулай уҡ шишәмбе һәм йома.
«Өфө» аэропортының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, пенсионерҙар, балалар, йәштәр (23 йәшкәсә), бала саҡтан һәм I төркөм инвалидтары, ишле ғаиләләр Өфөнән Симферополгә билетты субсидияланған тарифтар буйынса һатып алырға мөмкин.
Башинформ.