

Танытмаһыҙ такси руленә ултырған егет судта ғәйебен тулыһынса таныған. Легаль булмаған такси йөрөтөүсеһен Өфөнән Ҡариҙелгә табан китеп барған мәлдә туҡтатҡандар, автомобиль тулы пассажирҙар була. Водитель танытмаһын күрһәтә, әммә шикләнгән инспекторҙар уны “мәғлүмәт базаһы” аша тикшереп ҡарарға була. Тикшереү һөҙөмтәһендә водителдең танытманан мәхрүм ителеүе асыҡлана. Ир иһә, танытманы юғалтып, һуңынан табып алыуы тураһында аңлата.
“Мин руль артына ултырырға һәм пассажирҙар ташырға ярамағанлығын белмәнем”,-ти ул.
Шулай ҙа, суд барышында водитель үҙ ғәйебен таный.
Республикала бындай рейдтар дауам итәсәк. Сөнки легаль булмаған водителдәр, аҡса артынан ҡыуып, пассажирҙар хәүефе тураһында бөтөнләй уйламай. Дәүләт автоинспекцияһы бындай “таксистар” интерент селтәрендәге сайттар һәм социаль селтәрҙәр аша ла тикшереп, асыҡлап тора.