Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
1 Март 2022, 10:23

Башҡортостан Хөкүмәте Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерә

Башҡортостан хөкүмәтендә система булдырыусы, экспортҡа йүнәлеш алған предприятиеларға дәүләт ярҙамы йүнәлештәрен билдәләү өсөн көрсөккә ҡаршы штабтың тәүге ултырышы бара.

Башҡортостан Хөкүмәте Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерәБашҡортостан Хөкүмәте Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерә
Башҡортостан Хөкүмәте Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерә

«Беҙ республиканың Социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһына төҙәтмәләр индерә башлайбыҙ. Асылда, үҫеш темптарын һаҡлау өсөн иҡтисадҡа ярҙам итеү стратегик маҡсатҡа әүерелә. Бюджет аҡсаһына төҙөгән йәки планлаштырылған капиталь төҙөлөш объекттарына ревизия үткәрергә кәрәк. Төп бурыс – төҙөлөп бөтмәгән объекттар һанын арттырмау», – тине премьер-министр Андрей Назаров.

«Килеп тыуған хәлдең үҙенсәлеген иҫәпкә алып, Көрсөккә ҡаршы штабҡа республиканың башҡарма власть органдары, федераль башҡарма власть органдарының территориаль бүлексәләре, эшлекле берекмәләр индерелә. Улар — тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, Милли банк, Федераль һалым хеҙмәтенең төбәк идаралығы вәкилдәре, — тип хәбәр итте беренсе вице-премьер Рөстәм Моратов. — Санкция сығымдарына ҡарамаҫтан, хеҙмәткәрҙәрҙең мәшғүллеген, кадрҙар потенциалын һаҡлап ҡалыу, профессиональ компетенцияларҙы юғалтмау, эш хаҡы буйынса бурыс барлыҡҡа килеүгә юл ҡуймау мөһим».

Төҙөлгән контракттарҙы һәм йөкләмәләрҙе тейешле үтәүҙе тәьмин итеү өсөн импортты алмаштырыу, санкциялар индермәгән илдәрҙән ошондай уҡ тауарҙар килтереү кеүек мәсьәләләрҙе өйрәнергә кәрәк, тип билдәләне Андрей Назаров. 

«Айырым тауарҙарға хаҡтарҙың нигеҙһеҙ артыуына юл ҡуймау өсөн 8 төбәк ритейлеры үҙ теләге менән социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына хаҡ өҫтәүҙе сикләне. Башҡа ритейлерҙарҙы коллегаларыбыҙҙы яҡларға һәм социаль әһәмиәтле аҙыҡ-түлек тауарҙарына өҫтәмә хаҡты сикләү тураһында башланғысҡа ҡушылырға саҡырам», —  тине Башҡортостандың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас