

Байрам ҡунаҡтарын һәм еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров исеменән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов сәләмләне.
«Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» проекты авторы һәм етәксеһе, Башҡортостан Республикаһының «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте» рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, филология фәндәре докторы Гөлнур Ҡолһарина сараның тантаналы өлөшөн «Ҡатын-ҡыҙ – әсә» номинацияһында еңеүселәрҙе — күп балалы әсәләрҙе бүләкләү менән асты.
Башҡортостан Республикаһы Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәтенең иң юғары наградаһы — башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәте әүҙемсеһе Рәбиға Ҡушаева исемендәге «Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе» миҙалы. Республикала һәм Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә, БДБ илдәрендә 100-ҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ошо награда менән бүләкләнде. Был юлы тағы 15 еңеүсе иғлан ителде.
Еңеүселәрҙе республикала билдәле мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, шулай уҡ республика сәхнәһенең йәш йондоҙҙары ҡотланы. Сара танылған сәсәниә, филология фәндәре докторы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Розалиә Солтангәрәева башҡарыуындағы ҡобайыр менән тамамланды.
Конкурс «Берҙәм Рәсәй»ҙең Башҡортостан төбәк бүлексәһе һәм Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто булышлығында Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте башланғысы буйынса уҙғарыла.
Башинформ.