

«Килеп тыуған хәлгә бәйле Ростуризм сит илгә ялға һәм эшлекле сәфәргә йыйынған барлыҡ граждандарға Рәсәйгә ҡарата санкциялар һәм сикләүҙәр индергән илдәргә барыуҙан баш тартырға кәңәш итте,сөнки был илдәрҙән үҙ ваҡытында ҡайтмау хәүефе булырға мөмкин», — тине Догузова.
Ростуризм туроператорҙарға Рәсәйгә ҡаршы санкциялар иғлан иткән илдәргә турҙар һатыуҙы туҡтатырға ҡушты. Бынан тыш, Евросоюз һәм Канаданың ябыҡ һауа киңлеге аша осорға кәрәк булған Кариб бассейны илдәренә турҙар һатыуҙы туҡтатырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Евросоюз һәм Канаданың һауа киңлеген сикләүгә бәйле Рәсәй туристары Куба, Доминикан, Мексика һәм Венесуэла кеүек илдәргә бара алмай.
Туристик сәфәрҙәр өсөн асыҡ илдәр иҫәбендә — Төркиә, Мысыр, Тунис, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Ҡытай, Һиндостан, Вьетнам һәм башҡа дәүләттәр. Ведомство шулай уҡ Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы, Федераль туризм агентлығы һәм Федераль һауа транспорты агентлығының актуаль туристик йүнәлештәр статусының үҙгәреүе тураһында мәғлүмәтен иғтибар менән күҙәтеп барыуҙы һорай.
Башинформ.
Фото яндекс.