Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Март 2022, 04:37

Башҡортостан «Урал аръяғы — 2022» инвестиция һабантуйына әҙерләнә

Сибайҙа 2 июндән 4-нә тиклем «Урал аръяғы — 2022» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы була. 9 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тейешле бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Башҡортостан «Урал аръяғы — 2022» инвестиция һабантуйына әҙерләнәБашҡортостан «Урал аръяғы — 2022» инвестиция һабантуйына әҙерләнә
Башҡортостан «Урал аръяғы — 2022» инвестиция һабантуйына әҙерләнә

Бында Ҡаҙағстандан, Азербайжандан, Белоруссиянан һәм башҡа илдәрҙән рәсми делегациялар килә.

Форумда Рәсәй Финанс министрлығының Ғилми-тикшеренеү финанс институты менән берлектә әҙерләнгән Урал аръяғын инфраструктура йәһәтенән үҫтереү программаһы менән таныштыралар.

Инвестиция һабантуйы 2022 йылға республиканың Эшлекле календарына индерелде.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас