

“Етегән – 2022” – Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, Башҡортостанда һөнәри белем биреү тармағын яңыртыу, лайыҡлы хеҙмәт шарттары һәм хеҙмәт династиялары йылы менән бер рәттән, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға бағышланды.
Кисә Рәил Лоҡманов һәм Лиана Лоҡманова етәкселегендәге “Торатау” балалар милли бейеүҙәр ансамбле башҡарыуынағы дәртле флешмоб менән асылып китте. Төрлө йәштәге балалар башҡарыуындағы бейеү бар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде.
“Етегән” байрамы – ул ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө. Шуға күрә сараға матур, өлгөлө ғаилә: Фәрит Далха улы һәм Лилиә Фәрүәз ҡыҙы Аҡкөбәковтар саҡырылғайны. Фәрит Далха улы – Стәрлетамаҡ медицина колледжы уҡытыусыһы, юғары категориялы табип, Лилиә Фәрүәз ҡыҙы – ҡалабыҙҙың психо-неврология интернатының шәфҡәт туташы.
Һикәлтәле тормош юлы үткән, үҙ көсөн медина өлкәһенең төрлө тармаҡтарында һынап ҡараған ғаиләлә мөләйем, шиғырҙар яҙған, башҡорт телен хөрмәт иткән ике игеҙәк ҡыҙ үҫә.
– Беҙ, Лилиә менән бер класта уҡып, бәләкәйҙән таныш булып үҫтек. Йәшлек мөхәббәтебеҙ бөгөн беҙҙе ике фәрештәләй ҡыҙға атай һәм әсәй булырға насип итте. Мөхәббәт тигән икһеҙ-сикһеҙ йыһанды гиҙгән саҡта, уның татлы ла, тоҙло ла шишмәһенән эсергә тура килә. Ниндәй генә ауырлыҡтар кисерергә тура килһә лә, мөхәббәтебеҙ барлыҡ ваҡлыҡтарҙан көслө булды. Тормош юлдашымдан уңдым, – ти Фәрит Далха улы.
Фәрит Далха улының һәм Лилиә Фәрүәз ҡыҙының тормош тарихын сәғәттәр буйына тыңларлыҡ... Барыһы өсөн дә өлгө булған Аҡкөбәковтар ғаиләһенә һоҡланып туя алманыҡ.
– Мөхәббәт – ул донъялағы иң көслө, изге хис, уға ҡаршы тороп булмай. Беҙҙеңсә, мөхәббәт – ул ғаилә, ә ғаилә үҙе бер дәүләт. Ошо кескәй дәүләттәр татыу, бәхетле булһа, илебеҙ ҙә ҡеүәтле, көслө булыр, – тигән теләктәрен дә еткерҙе Аҡкөбәковтар.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе Ләйсән Йосопова ҡунаҡтарыбыҙға ялҡынлы ҡотлау һүҙҙәре еткерҙе, “Етегән”дең тарихы менән таныштырҙы.
– Шуныһы ҡыуаныслы, Башҡортостанда лайыҡлы тормош алып барыусы ғаиләләр бихисап. Улар төбәгебеҙ үҫешенә, ҡаҙаныштарына үҙ өлөшөн индерә. Хөрмәтле ҡунаҡтарыбыҙ, һеҙҙе бөгөнгө матур башҡорт байрамы – Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Киләсәктә шатлыҡ-ҡыуаныстарҙан ғына торған тиң ғүмер, ғаилә бәхете теләйем, йәшлек мөхәббәтегеҙгә тоғро ҡалып артабан да йәшнәп йәшәргә яҙһын! – тине ул.
Артабан байрамда Рәми Ғариповтың мөхәббәткә тулы шиғырҙары уҡылды, йырҙары яңғыраны. Стәрлетамаҡ шағирәләре Вилә Баймырҙина, Римма Ғәлимова, шиғриәт һөйөүсе “Аҫылташ” ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ағзалары Хәлиҙә Абдрах-манова һәм Гүзәл Шәмиғолова башҡарған шиғри сәләмдәр йөрәктәребеҙ түрендә инеп ҡунды.
“Етегән” байрамы ҡунаҡтарына Жәлил Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназия уҡыусылары музыкаль бүләктәр тапшырҙы. Динислам Аҡсулпанов өҙҙөрөп ҡурай моңон яңғыратты, Айлина Дәүләткилдина “Уралым” йыры менән күңелдәрҙе елкендерҙе, ә Самира Вәхитова башҡарыуындағы, тетрәндергес “Ете ҡыҙ” йыры бер кемде лә битараф ҡалдырманы.
Сара һуңында “Етегән”дең йолаһына әйләнгән мөхәббәт, ғаилә, тоғролоҡ хаҡында Рәми Ғариповтың “Бәхет һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ” шиғырын уҡыу флешмобы үтте.
Мөхәббәткә, тик йылы һәм изге хис-тойғоларға сорналған кисәлә йөрәктәребеҙ дәртле, шат тулҡындарҙа типте. Сихри шиғырҙар, йырҙар донъя-һында, мәртәбәле ҡунаҡтар, ойошто-роусылар ҡорған әңгәмәләрҙе тыңлап, саранан ялҡынланып ҡайттыҡ.
Аҡйондоҙ ҠАРАНАЕВА.