Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Март 2022, 12:20

Республика банктарына һәм компанияларына Рәсәй Үҙәк банкының Финанс мәғлүмәттәрен тапшырыу системаһына күсергә тәҡдим ителде

Башҡортостандың Милли банкы ҡайһы бер кредит ойошмаларын һәм юридик берәмектәрҙе SWIFT системаһынан сығарыу хәүефе янауын иҫәпкә алып, юридик берәмектәргә SWIFT аналогына – Рәсәй банкының финанс мәғлүмәттәрен тапшырыу системаһына күсергә кәңәш бирә.

Республика банктарына һәм компанияларына Рәсәй Үҙәк банкының Финанс мәғлүмәттәрен тапшырыу системаһына күсергә тәҡдим ителдеРеспублика банктарына һәм компанияларына Рәсәй Үҙәк банкының Финанс мәғлүмәттәрен тапшырыу системаһына күсергә тәҡдим ителде
Республика банктарына һәм компанияларына Рәсәй Үҙәк банкының Финанс мәғлүмәттәрен тапшырыу системаһына күсергә тәҡдим ителде

Был – финанс операциялары буйынса электрон мәғлүмәт тапшырыуҙың икенсе каналы, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Финанс министрлығында.

«Әлеге система 2014 йылда ҡатмарлы геосәйәси хәл килеп тыуғас булдырылған, Рәсәй банкының мәғлүмәт-телекоммуникация системаһы нигеҙендә эшләй, Рәсәйҙең юридик берәмектәренә ил эсендә лә, унан ситтә лә тәүлек әйләнәһенә финанс мәғлүмәттәрен тапшыра», – тип аңлаттылар Башҡортостандың Милли банкында.

Ҡыҙыҡһыныусылар Милли банкка (Өфө, Театр урамы, 3) йәки электрон почтаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас