Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
16 Март 2022, 05:36

«Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» ретейлерҙары Рәсәйҙән китергә йыйынмай

Франция бизнесмендары, шул иҫәптән Башҡортостанда эшләгән «Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» халыҡ-ара ретейлерҙары Рәсәйҙә ҡалырға тейеш, тип белдерҙе Француз эшҡыуарҙары союзы башлығы Жоффруа Ру де Безье BFM TV эфирында.

«Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» ретейлерҙары Рәсәйҙән китергә йыйынмай«Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» ретейлерҙары Рәсәйҙән китергә йыйынмай
«Ашан», «Декатлон» һәм «Леруа Мерлен» ретейлерҙары Рәсәйҙән китергә йыйынмай

Уның һүҙҙәренсә, Францияның Рәсәйҙәге компанияларында 160 меңгә яҡын кеше эшләй.

«Улар ашарға, хеҙмәт хаҡы алырға тейеш. Эш биреүсе булараҡ, беҙҙең бурыс — хеҙмәт хаҡы түләү», — тине Ру де Безье.

Бизнес Франция хөкүмәте тәҡдимдәренә ярашлы эш итә, ул компанияларҙы япмауҙы һорай, тине ул. «Ашан» Рәсәйҙә лә, Украинала ла асыҡ, тип билдәләне Руде Безье.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас