

«Ҡарар эске баҙарҙы яҡлау менән бәйле, халыҡҡа ла йәш мал кәрәк. Европала һатып алынған тоҡом малы менән проблемалар буласағын аңлайбыҙ. Был мәсьәләне лә хәл итербеҙ», — тине Илшат Фәзрахманов.
Хәҙер төп маҡсат — эске баҙарҙы яҡлау, шуға күрә «донъя баҙарында хаҡтар юғары булһа ла, продукцияны экспортҡа оҙатыу тураһында уйламайбыҙ», — тип билдәләне вице-премьер.
Башинформ.