Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
17 Март 2022, 06:35

Республикала йәшәүселәр 1 апрелгә тиклем мөлкәт һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала

Башҡортостанда йәшәүселәр 2022 йылдың 1 апреленә тиклем милек һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала, тип хәбәр итте Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы.

Республикала йәшәүселәр 1 апрелгә тиклем мөлкәт һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә алаРеспубликала йәшәүселәр 1 апрелгә тиклем мөлкәт һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала
Республикала йәшәүселәр 1 апрелгә тиклем мөлкәт һалымы буйынса льготаларға ғариза бирә ала

Льготаларҙы Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинетта, «Физик берәмектәрҙең һалымы» мобиль ҡушымтаһында йәки һалым органында, күп функциялы үҙәктә рәсмиләштерергә мөмкин. Ғариза тултырғанда раҫлаған документтың реквизиттарын күрһәтергә һәм уның сканын тапшырырға кәрәк.

Пенсионерҙарға, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һәм хәрби хәрәкәт ветерандарына льготалар алыу өсөн ғариза талап ителмәй.

Өҫтәмә мәғлүмәт — Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең берҙәм кол-үҙәгенең 8-800-222-22-22 номеры буйынса, шулай уҡ «Мөлкәт һалымдары буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында белешмә мәғлүмәт» онлайн-сервисында.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас