

Бөгөнгө көндә туҡланыу продукттарын эшкәртеү — республика өсөн төп бурыстарҙың береһе, тине Радий Хәбиров. Башҡортостан ошо күрһәткес буйынса Волга буйы федераль округында бишенсе урынды биләй. Республика Башлығы был юҫыҡта эште дауам итеү һәм кәм тигәндә өсөнсө урынға күтәрелеү бурысын ҡуйҙы.
Шулай уҡ ул Белоруссия предприятиеларын республика иҡтисадына индереүҙең мөһимлегенә иғтибар итте.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 21 мартта Башҡортостанға «Белоруссия Сауҙа-сәнәғәт палатаһының Гомель бүлексәһе» предприятиеһының генераль директоры Марина Филонова етәкселегендәге Беларусь Республикаһының эшлекле делегацияһы килде. Сәфәрҙе Башҡортостандың Белоруссиялағы «Офис-төркөм» Конгресс-бюроһы ойошторған. Ике республика предприятиелары араһында хеҙмәттәшлек тураһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу планлаштырыла. Беларусь делегацияһы сауҙа-иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса сараларҙа, «АгроКомплекс» халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша.
Башинформ.