

Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, республиканың барлыҡ муниципалитеттарында Үлемһеҙ полк колонналарына теҙелә башлау өсөн бер үк ваҡыт (10.00 — 11.00), Дөйөм республика Бер минутлыҡ тынлыҡ (11.00 — 11.12) һәм республикала колонналар хәрәкәтен башлау ваҡыты (11.12 — 13.00) билдәләнде.
Рәсәйҙә «Үлемһеҙ полк» акцияһы — йыл да, Башҡортостанда 2014 йылдан алып уҙғарыла. Пандемия осоронда, 2020-2021 йылдарҙа, акция онлайн ойошторолдо.
Башинформ.