Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Республика һулышы
24 Марта 2022, 10:45

“Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала

Вице-премьер Илшат Тажетдинов эксперт советы ултырышын үткәрҙе. Унда “Биорон” компанияһы тәҡдим иткән проект буйынса фекер алышыу булды.

“Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала“Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала
“Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә витаминдар етештереү ҡарала

Инвестор “Алға” биләмәһендә В2 витамины – рибофлавин етештерергә ниәтләй. Был матдә мал аҙығы сығарыуҙа ҡулланыла, шулай уҡ фармацевтикала аҙыҡ-түлек өҫтәлмәһе булараҡ файҙаланыла. Проект өсөн 1 миллиард 400 миллион һум йәлеп ителә. Завод Рәсәйҙә В2 витаминын сығарырға берҙән-бер ойошма буласаҡ. Шуға ул импортҡа алмаш программаһы шарттарында ла ҙур әһәмиәткә эйә. Бөгөнгә “Алға” махсус иҡтисади биләмәһендә 10 резидент теркәлгән.

Баш ньюс.

Автор:
Читайте нас