

9 кеше Башҡортостандың халыҡ артисы исемен алды. Улар араһында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры артисы Юнир Ғәйнуллин.
22 мәҙәниәт хеҙмәткәре Башҡортостандың атҡаҙанған артисы исеменә лайыҡ булды. Араларында билдәле йырсы Рәдиф Зарипов бар. “Ижадыма башланғыс биргән уҡытыусыларыма рәхмәтлемен”, - тине ул.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө 25 мартта билдәләнә. Ошо көндәрҙә Өфөлә “Артылыш” театрҙар фестивале уҙа, иртәгә АРТ-Ҡоролтай мәҙәни форумы ойошторола.
Баш ньюс.