

“Бөгөн “Арт-Ҡоролтай” форумында ҡатнашыусылар менән Евразия китапханаһы проектын тикшерҙек. Республикала тормош уңайлыраҡ булһын өсөн күп нәмә эшләйбеҙ – юл инфраструктураһына аҡса йүнәлтәбеҙ, парктарҙы һәм ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ, мөһим, ҙур медицина һәм башҡа социаль объекттар төҙөйбөҙ. Өфөнөң юбилейына тағы ла бер ҡыҙыҡлы объектты проектланыҡ.
Беҙҙең Евразия китапханаһы белемгә ынтылған төрлө йәштәге кешеләр өсөн мультимәҙәни ағартыу үҙәгенә әүерелер. Бында һирәк осрай торған уникаль китаптар һаҡланыр, заманса мультимедиалы технологиялар, Рәсәй дәүләт китапханаһы базаларына тоташтырылған диссертация залы, тематик залдар, коворкинг-үҙәк, ижади киңлектәр һәм башҡалар урынлашыр.
Китапхана архитектура йәһәтенән дә үҙенсәлекле булмаҡсы. Уны Ағиҙелдең бейек ярында ап-аҡ тирмә рәүешендә төҙөргә ниәтләйбеҙ.
Евразия китапханаһы бөтә республика халҡын үҙенә йәлеп иткән үҙәккә әүерелер, тип ышанам. Вәғәҙә итәм - бында бик шәп буласаҡ”, – тип яҙған Радий Хәбиров.