

Башҡортостандың Туризм буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Ринат Фәтҡуллин эске туризмды үҫтереү өсөн көрсөккә ҡаршы саралар комплексын ғәмәлгә ашырыу тураһында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостанда өлкән быуын һәм инвалидтар өсөн туризм менән шөғөлләнеү мөмкинлеге бар. Юллама хаҡының артыуына ҡарамаҫтан, социаль тур өсөн хаҡтың бер өлөшөн дәүләт ҡаплай. Республика буйынса йыллыҡ квота 900 кеше тәшкил итә.
«Республикала «Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм» проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. 2022 йылда 8,1 миллион һум күләмендә финанслау ҡаралған, ул 4000 ҡатнашыусыны йәлеп итергә мөмкинлек бирергә тейеш», — тине ул.
Башҡортостан Башлығы республиканың Финанс министрлығына программала ҡатнашыусыларҙың һанын арттырыу өсөн өҫтәмә 7-8 миллион һум аҡса табырға ҡушты.
Башинформ.