Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
28 Март 2022, 05:15

Өфөлә «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» исемле күргәҙмә асылды

Өфөлә «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» тигән үҙенсәлекле күргәҙмә асылды. Күргәҙмәлә Ҡаҙағстан Республикаһының Милли музейы фондынан йәмғеһе 125 предмет бар. Күргәҙмәгә ҡуйылған боронғо һәм урта быуат сәнғәт ҡомартҡылары — Евразия дала мәҙәниәте мираҫының үҙенсәлеген сағылдырған билдәһеҙ оҫталар ижадының бәләкәй бер өлөшө генә.

Өфөлә «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» исемле күргәҙмә асылдыӨфөлә «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» исемле күргәҙмә асылды
Өфөлә «Алтын кешенең донъя музейҙары буйлап йөрөүе» исемле күргәҙмә асылды

Республика етәксеһе Радий Хәбиров Башҡортостандың баш ҡалаһына күргәҙмәне алып ҡайтыу идеяһының нисек барлыҡҡа килеүе хаҡында һөйләне:

«Былтыр делегациябыҙ туғандаш ҡаҙаҡ халҡы менән осрашҡанда мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында ла һөйләшеп килешкәйне. Нур-Солтандағы Милли музейҙа «Алтын кеше» мине хайран ҡалдырҙы. Улар — 1960-1970 йылдарҙа Ыссыҡ ҡурғанында сак батшаһы ҡәберлегендә табылған биҙәүестәр һәм башҡа артефакттар. Экспозиция донъяның бик күп музейҙарында күрһәтелгән. Яҡташтарыбыҙ ошо матурлыҡты күреп һоҡланһын өсөн күргәҙмәне беҙҙең республикала ла ойоштороуҙы һораным.

Экспозиция «Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт» тип атала. Ҡаҙағстандың символына әүерелгән «Алтын кеше» реконструкцияһынан тыш, бында башҡа археологик табылдыҡтар ҙа бар. Улар ғалим-тарихсылар һәм Башҡортостан халҡы өсөн ҡыҙыҡлы булыр тип ышанам.

Был  — республикабыҙ өсөн ҙур ваҡиға. Астана менән беҙҙе күп быуатлыҡ тарихи һәм мәҙәни бәйләнештәр берләштерә. Улар артабан да нығыныр. Барыһын да ошо үҙенсәлекле күргәҙмәгә саҡырам!».

Күргәҙмәне асыу тантанаһында Ҡаҙағстан Республикаһының Милли музейы директоры Арыҫланбәк Мөхәмәт улы, Ҡаҙағстан Республикаһының Ҡазандағы Генераль консулы Ерлан Искаков, Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙағстан милли университетының  археология, этнология кафедраһы профессоры Зайнолла Самашев, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының баш һаҡлаусыһы Батеш Акпасова, Ҡаҙағстан Республикаһы Милли музейының баш һаҡлаусыһы Батеш Акпасова, Башҡортостан Республикаһы Милли музейының генераль директоры вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Исхаҡов ҡатнашты.

«Бөйөк дала: Арауыҡ. Ваҡыт. Мәҙәниәт» күргәҙмәһе 2022 йылдың 25 мартынан 29 майына тиклем эшләй. Күргәҙмә Башҡортостанда II АРТ-Ҡоролтайын ойоштороуға арнала.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас