

«Беҙ туристарҙы республикабыҙға әүҙем йәлеп итәбеҙ. 2021 йылда беҙгә 3,5 миллион кеше килде — 2020 йылға ҡарағанда 600 меңгә күберәк. Быйыл тағы ла күберәк ҡунаҡ көтәбеҙ. Рәсәйҙәрҙең иғтибары сит илдәрҙән илебеҙ курорттарына күсә, ошо мөмкинлекте тулыһынса файҙаланырға тейешбеҙ, — тип яҙҙы ул. — Туризм тармағын үҫтереү өсөн нимә эшләйбеҙ? Туроператорҙар республика буйлап яңы маршруттар әҙерләй. «Янғантау» һәм «Торатау» геопарктары әүҙем. «Шүлгәнташ» музей комплексына ҙур өмөттәр бағлайбыҙ. Кемпингтар, глэмпингтар, визит үҙәктәре төҙөйбөҙ, бөтә кимәлдәрҙә ҡунаҡсыллыҡ инфраструктураһын үҫтерәбеҙ».
Башҡараһы эштәр байтаҡ әле, тине Радий Хәбиров. Шул уҡ ваҡытта Башҡортостанға федераль кимәлдә ҙур ярҙам күрһәтелә, республика ярҙам саралары өҫтөндә лә эш алып барыла.
«Республика халҡына һәм ҡунаҡтарына тәҡдим итәһе нәмәләр бар. Шуға сумаҙанығыҙҙы тултырығыҙ ҙа Башҡортостанға рәхим итегеҙ!», — тип билдәләне республика етәксеһе.
Башинформ.