

Республика етәксеһе хөкүмәткә етештереүселәр менән берлектә яңы кооперация бәйләнештәрен булдырыу һәм етештереүселәр сылбырын (туҡымаларҙы һәм материалдарҙы, фурнитураны, әҙер экипировканы) берләштерергә мөмкинлек биргән компетенциялар үҙәген төҙөү буйынса юл картаһын әҙерләргә ҡушты.
Радий Хәбиров иғтибарын кейем-һалым етештерә башлауға йүнәлтте, уның яҡын арала уҡ кәрәк булыуы ихтимал. Атап әйткәндә, 1 июндән Шишмә районында «Патриот» хәрби-патриотик паркы курсанттарҙы ҡабул итә башлай. Профилле сменаларҙа ҡатнашыусылар өсөн уңайлы һәм сифатлы форма кәрәк. Төрлө ойошмаларға, шул иҫәптән көс ведомстволарына һәм корпоратив структураларға махсус кейем талап ителә.
Әйтергә кәрәк, Башҡортостанда еңел сәнәғәт юғары үҫеш темптарын күрһәтә. Күп осраҡта быға тармаҡҡа ярҙам итеү программаһы булышлыҡ итте. Уны ғәмәлгә ашыра башлағандан бирле республика предприятиелары 305 миллион һумлыҡ субсидия алған. 2020 йылда 65 етештереүсегә, ә 2021 йылда 74 компанияға ярҙам күрһәтелгән. Аҡса сеймал, материалдар һәм технологик ҡорамалдар һатып алыу өсөн тотонолған. Быйыл республика бюджеттан тармаҡ предприятиеларына тағы 150 миллион һум аҡса бүлергә йыйына.
Башинформ.