Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Республика һулышы
8 Апрель 2022, 05:48

Рәсәй анимацияһы көнөндә «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенән өҙөктәр күрһәтелде

Был яңы видео яҙманы бер кемдә күрмәгән әле. Был «Төнъяҡ амурҙары» йәнһүрәтенең икенсе өлөшө, уның өҫтөндә Өфө ҡалаһының «Муха» студияһы эшләй. Анимацияла башҡорт яугирҙары мажаралары тураһында күрһәтелә, геройҙар шведттарға ҡаршы һуғышта ҡатнашып еңеү алып ҡайта. Әлеге ваҡытта йәнһүрәттең өсөнсө өлөшө өҫтөндә эш алып барыла. Ул Наполеонды еңеүгә бағышланасаҡ. «Төнъяҡ амурҙары»ның зәңгәр экрандарға сығыуын көтөп ҡалабыҙ һәм тағы ла яңы йәнһүрәттәр көтәбеҙ, тип яҙа үҙ сәхифәһендә Радий  Хәбиров.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас