Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
11 Апрель 2022, 08:24

Был аҙнала яҙғы баҫыу эштәре башланыуы ихтимал

Башҡортостанда көндәр йылытты, был аҙнала баҫыу эштәрен башлау күҙаллана. Республиканың көньяғындағы ҡайһы бер предприятиелар күп йыллыҡ үләндәрҙе туҡландырыуға төштөләр, Әбйәлил районында дым ҡаплатыуға тотондоар, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығында.

Был аҙнала яҙғы баҫыу эштәре башланыуы ихтималБыл аҙнала яҙғы баҫыу эштәре башланыуы ихтимал
Был аҙнала яҙғы баҫыу эштәре башланыуы ихтимал

Ведомствола быйылғы сәсеү кампанияһы мәсьәләләрен тикшерҙеләр. Эксперт мәғлүмәттәре буйынса, бер нисә районда ғына тупраҡтағы дым уртаса күп йыллыҡ күрһәткестәрҙән юғары, күпселектә — тупраҡтағы дым кәрәккәнгә ҡарағанда аҙыраҡ, шуға күрә дым һаҡлау эштәрен мөмкин тиклем иртәрәк башҡарырға кәрәк.

Сәсеү кампанияһын финанс яҡтан тәьмин итеүгә килгәндә, федераль бюджет Башҡортостанға льготалы кредиттар өсөн 760 миллион һум аҡса бүлде. Был сумма, төп ставканың кәмеүен иҫәпкә алып, республика аграрийҙары ихтыяжын ябырға ярҙам итергә тейеш.

Сәсеү осоронда сит ил техникаһына оператив ремонт талап ителеүе ихтимал. Предприятиеларға Башҡортостандың Ремонтлау-хеҙмәтләндереү предприятиелары ассоциацияһы менән үҙ-ара эш итергә тәҡдим ителде. Унда запас частарҙы һәм агрегаттарҙы ремонтлау, әҙерләү йәки һатып алыу менән тиҙ арала ярҙам итергә әҙерҙәр.

Башинформ

 

Автор:
Читайте нас