Ашҡаҙар
+1 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
11 Апрель 2022, 17:00

Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк

22-23 апрелдә Иглин районында РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге «Башҡорт һандуғасы» республика башҡорт йырҙарын башҡарыусылар конкурсы үтәсәк.

Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк
Республикала Мәғәфүр Хисмәтуллин исемендәге конкурс үтәсәк

Бәйгене ойоштороусылар - Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы һәм Иглин районы хакимиәте. Конкурстың төп маҡсатыд – вокал-башҡарыу мәктәбе традицияларын һаҡлау һәм үҫтереү, халыҡ артисы Мәғәфүр Хисмәтуллиндың хәтерен мәңгеләштереү, сағыу һәм һәләтле башҡарыусыларҙы асыҡлау, уларҙың ижади үҫешенә булышлыҡ итеү. Ижади бәйгелә өҫтәмә һәм музыкаль белем биреү учреждениелары (балалар музыка мәктәптәре, сәнғәт мәктәптәре) уҡыусылары, профессиональ башҡарыусылар, художестволы үҙешмәкәрлектә ҡатнашыусылар ҡатнаша ала. Конкурс профессиональ һәм һәүәҫкәр башҡарыусылар араһында йәш төркөмдәре буйынса бүленә. Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы 21 апрелгә тиклем [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Заявкалар конкурстың ойоштороу комитетына шылтыратыу менән раҫлана: 8(34795) 2-15-78; 2-10-01.


 kurultai.ru

Автор:
Читайте нас: