Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
12 Апрель 2022, 09:35

Башҡортостанда тағы бер ҡояш электр станцияһы эшләй башланы

Бөгөн, 12 апрелдә, «Экология һәм технологиялар» күргәҙмәһен һәм экофорумды асыу барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Полиэф» акционерҙар йәмғиәтенең ҡояш электр станцияһын сафҡа индереүгә старт бирҙе.

Башҡортостанда тағы бер ҡояш электр станцияһы эшләй башланыБашҡортостанда тағы бер ҡояш электр станцияһы эшләй башланы
Башҡортостанда тағы бер ҡояш электр станцияһы эшләй башланы

Электр станцияһының проект ҡеүәте яҡынса 4,9 МВт була, был иһә республикабыҙҙағы ҡояш электр станциялары ҡеүәтенән 7,1%. Проектҡа инвестициялар – 280 миллион һумдан ашыу. «Полиэф»тағы ҡояш батареялары проекты етештереүҙең углеродлы эҙен кәметергә һәм предприятиеның энергия балансында «йәшел» электр энергияһы өлөшөн ярайһы уҡ арттырырға тейеш.

«Беҙҙә Хәйбулла, Көйөргәҙе, Ейәнсура, Бөрйән, Стәрлебаш һәм Ғафури райондарында алты ҡояш электр станцияһы эшләй. 2022 йылда Баймаҡ районында һәм Ағиҙелдә тағы ике ҡояш электр станцияһын файҙаланыуға тапшырырға йыйынабыҙ. Ошо мөһим йүнәлеште үҫтереү буйынса Башҡортостан Рәсәйҙә бишенсе урынды биләй», — тип билдәләне Радий Хәбиров.

«Полиэф» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Евгений Семенько һүҙҙәренсә, 8 гектарҙан ашыу майҙанда 10 800 юғары һөҙөмтәле монокристаллик ике яҡлы фотоэлектрик элементтар ҡуйылған. Проектты ғәмәлгә ашырғанда башҡа компанияларҙың тәжрибәһе файҙаланылған.

«Һигеҙ гектар ҡояш панелдәре хатта йыһандан күренә, ҡояш электр станцияһын Космонавтика көнөндә сафҡа индереүебеҙ көнүҙәк. Ә йыһан технологиялары беҙҙең тормошта ҡулланылыш таба — спутник һәм орбита станциялары атрибуттарынан бөтә донъяла заманса предприятиелар ҡорамалдарының бер өлөшөнә әүерелә. Ошондай яңы проекттарҙы тормошҡа ашырыу етештереүҙең экологик яҡтан таҙалығын һәм һөҙөмтәлелеген арттырыуға булыша»,— тине «Полиэф»тың генераль директоры.

Станцияла яҡынса 1000 МВт сәғәт экологик таҙа электр энергияһы эшләп сығарылған, был СО2 ҡалдыҡтарын 384 тоннаға кәметеүгә тиң.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас