Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Республика һулышы
13 Апрель 2022, 12:43

СТӘРЛЕТАМАҠ РӘССАМЫ ШҮЛГӘНТАШТА ДИНОЗАВР ТАПҠАН

Әсғәт Бәширов осраҡлы рәүештә асыш яһай.

Гөрләүектәр йүгерә лә башланы, тиҙҙән йәй етеп, каникулдар, отпускылар башланыр, ғөмүмән, еләкле йәйебеҙ етер. Был ваҡыт эсендә барыһына ла өлгөрөп ҡалырға, шул йәһәттән тәбиғәт ҡосағында ял итеп, рюкзак артмаҡлап турист һуҡмағын да тапайһы бар. Быйыл бигерәк тә ял итеү мәсьәләһе киҫкен торор буғай, самолетҡа ултырып йәһәт кенә илдәрҙе алыштырыу мөмкинлеге лә ҡыҫҡарҙы. Был йәһәттән Башҡортостанда ҡытлыҡ юҡ, сәйәхәт итеү өсөн билдәле урындарыбыҙ бик күп. Иң мөһиме, был урындарға барған һайын яңы тәьҫораттар алып ҡайтабыҙ, мәҫәлән, ҡалабыҙҙың биҙәүсе- рәссамы Әсғәт Бәширов миллиондарса йыллыҡ тарих һаҡлап килгән Шүлгәнташ мәмерйәһендә булып рәссамдарға хас асыш яһап ҡайтҡан.
Беҙҙең редакцияға килеп ул бына ошо турала һөйләне. Асыш та тиҙ генә килмәгән, былтыр сәйәхәт ваҡытында төшөрөлөгән фотоларҙы ҡарап ултырғанда ул мәмерйә эсенән сығып килгән Аҡбуҙатты, мәмерйә өҫтөн буйлап торған дейеүҙе һәм был күренештәрҙән ситтәрәк торған ҡаяла ташбаҡаны төҫмөрләгән. Фотолар авторы һүҙҙәренсә, был тәбиғи һындар, уларҙы күңел күҙе менән “күрергә”, тойорға кәрәк. Был бигерәк тә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин тарафынан 2022 йыл Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы тип иғлан ителгән йылда актуаль булып тора.

– Бөрйән яҡтарына нисек юлығыҙ
төштө?
– Алыҫ-алыҫ яҡтарҙан ҡунаҡтар дуҫтар килеп тора, улар һәр ваҡыт сит илдәргә барып ял итергә ярата. Шулай үткән йәй Ҡаҙандан дуҫтар килеп төштө, оҙаҡ уйлап торманым, үҙебеҙҙең яҡтарыбыҙҙы күрһәтәм тип, «Бәләкәй ҡуласа»: Стәрлетамаҡ - Ишембай - Нөгөш - Йомағужа - Мораҙым - Шүлгәнташ - Сермән - Архангел - Стәрлетамаҡ маршруты менән Көньяҡ Башҡортостанды күрһәтергә булдым. Барыһы ла матур: тәбиғәт, урман-тауҙар, йылғалар, ғорур ҡаялар. Ҡыҫҡаһы, ҡунаҡтар бар нәмәгә хайран ҡалып, ҙур тәьҫораттар алып йөрөнөләр. Хәҙер улар йыл да шулай беҙгә килеп сәйәхәт итергә булдылар.


– Ә үҙегеҙ был яҡтарҙа булғанығыҙ бар инеме, ниндәй үҙгәрештәр бар һеҙҙеңсә?
– Үҙем иһә был яҡтарға өсөнсө тапҡыр барыуым, шуға барыһын да баһалап, һынап барҙым. Йылҡысыҡҡан күленә еткәс, күренекле скульпторыбыҙ Өлфәт ағай Ҡобағошов ҡулдары менән эшләнгән Аҡбуҙаттың һынын күреп, күкрәгемдә ҙур ғорурлыҡ тойғоһон кисерҙем, уға бындай хеҙмәте өсөн елле “бишле”! Аллаға шөкөр, ниһайәт, мәмерйәне үҙебеҙҙең башҡорт тарихына бәйләгәндәр икән тип уйлап, артабан ҡуҙғалдыҡ. Шуныһына ла ҡыуандым: мәмерйәгә тиклем барған юл буйында «Урал Батыр» эпосынан, ҡыҫҡартылған вариантта булһа ла, матур ғына итеп стендтар эшләнгән.
Әҙме-күпме, һаман да ҡунаҡҡа килеүсе сәйәхәтселәрҙе милләтебеҙ ҡомартҡыһы менән таныштырырға тырышҡандар. Шуныһы бер аҙ күңелде ҡырҙы, мәмерйәгә барып етеп, төркөм менән экскурсияға инә башлағанда уҡ башҡорттоң Шүлгәненән бер нәмә лә ҡалманы, китте: “Капова, карстовые, археология, древность,первобытные рисунки, река пришла-ушла-вышла”... һәм шуның менән экскурсия бөттө. Ә ҡайҙа һуң беҙҙең эпостар, ҡайҙа тарих? Телгә алыусы ла юҡ!!! Бындай хәлгә беҙ үҙебеҙ ҙә ғәйеплелер, моғайын. Еребеҙ менән ҡулланыусыларға талаптар
ҡуя белмәйбеҙҙер!!!


– Тимәк, һеҙ Шүлгәнташты туристар өсөн мәҙәни мираҫ, тарихыбыҙ, йәһәтенән асырға кәрәк тип иҫәпләйһегеҙ?
– Әлбиттә шулай, беҙҙең барыбыҙға ла «Урал Батыр», «Аҡбуҙат» эпостары таныш, ә бит тап шул эпостар ошо урында барған ваҡиғаларҙы һүрәтләй. Нисәмә милион йыл элек булған ваҡиғалар. Эпос ҡына түгел, тәбиғи ҡомартҡыларҙы ла һаҡлап ҡала алған халыҡ бит беҙ! Әгәр турист килгән икән, ул, әлбиттә, сәй эсеп, күңел асып ҡына ҡайтырға тейеш түгел, бында алған мәғлүмәттәрҙән тетрәнеп, уйланып ҡайтырға тейеш, тип иҫәпләйем. Тәүтормош, дейеүҙәр, Тере һыу, Йылҡысыҡҡан күле бер урында булыуы сәйер түгелме? Барыһы ла эпостар менән нығытылған, һүрәтләнгән...


– Тимәк, һеҙ быларҙы барыһын да бәйләп, уйланып ҡайттығыҙ?
– “Урал Батыр” эпосын ғына Шүлгәнташҡа бәйле икәнен беләбеҙ, тоябыҙ, ә «Аҡбуҙат» эпосы ҡайҙа нигеҙләнгән, ниндәй эҙҙәр ҡалған тигән уй башымда өйөрөлдө. Ғалимдарға мөрәжәғәт иткәндә, былар барыһы ла өйрәнелгән, билдәле, тигән фекерҙә. Үҙем ижад кешеһе булғас, ҡайһы саҡ буласаҡ проектымды төшөмдә күрәм дә, иртә таң менән тороп эшләп ҡуя һалам һәм алып барып күрһәтәм. Шуға рәхмәтлемен, мәмерйә эсе буйлап экскурсия тамамланғас, был биләмәнән тиҙ генә ҡыуып сығарырға ашыҡмайҙар, фотоға төшөргә рөхсәт бар. Ҡунаҡтар менән иҫтәлеккә фотоға төшөп, таш-ҡаяларҙы ла кадрға әләктерҙем. Ниһайәт, Стәрлегә ҡайтҡас был фотоларҙы ҡарап ултырып шаҡ ҡаттым. Фекерем тарҡалмаҫ борон тиҙ генә китапханаға йүгерҙем, һәм эпостың русса вариантын таптым, тик уҡый барғас башҡортса оригиналы күпкә байыраҡ, тәрәнерәк икәнен аңлап, башҡортса вариантын да эҙләп таптым. Иғтибар итеп кенә ҡарағанда, ата-бабаларҙан мираҫ булып килгән «Урал Батыр», уның хронологик дауамы булып иҫәпләнгән «Аҡбуҙат» эпосының һуңғы өлөшө тап Шүлгән таштарында тәбиғи рәүештә тасуирланған икәнлеген күрҙем. Үҙемдең күҙәтеүҙәремдең һөҙөмтәһе итеп комментарийҙар менән ҡурсаулыҡта төшөрөп алған фотоһүрәттәремде һалам.


– Ә кадрҙарҙа нимә һуң?
– Кадрҙарҙың береһе, мәҫәлән, мәмерйәнән сыҡҡан урында төшөрөлгән, унда Аҡбуҙаттың һынын күрергә була. Ул көндөң билдәле бер ваҡытында, ҡояш нурҙары төшкәндә генә яҡшы күренә, минеңсә. Үҙемсә, Аҡбуҙҙың Ағиҙел ярына иркенләп сабып уйнарға сыҡҡан мәле, тип һанайым был күренеште. Икенсе кадрҙа беҙгә барыбыҙға ла фантастик фильмдар аша таныш булған динозавр, йәғни Аждаһа күренә. Аҡбуҙат эпосында шундай һүҙҙәр бар:
... Үткән көндө яу асҡан
Шүлгән күле ханына,
Күлде ат күҙҙәй итеп,
Ваҡ-ваҡ итеп телгеләп,
Шулгәндән алыҫ түгел,
Ҡая битен тиштереп,
Үҙ атына торорға
Дейеүҙән һарай һалдырған. ...

Бәлки тап ошо мәл сағылғандыр ошо кадрҙа, дейеү таш ваҡлап Аҡбуҙатҡа һарай яһап торған кеүек. Өсөнсө кадрҙа, мәҫәлән, мамонттың башын күрергә була, дүртенсеһендә – ташбаҡа. Бәлки, тап мин тороп фото төшөргән урында мәғлүмәт яҙып, «тауҙа ошондай һүрәт күрә алаһығыҙ» тип яҙып ҡуйырға булыр ине, унда эпостан юлдар ҙа өҫтәп ҡуйырға мөмкин.


– Берәй ниндәй дөйөм һығымтаға, фаразға килдегеҙме?
– Әлеге көнгә тиклем “Аҡбуҙат” эпосы шиғри-сәсмә формала йәшәп килеүсе башҡорт һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы тип билдәләнде. Бәлки, был ҡомартҡы шиғри-сәсмә форманан тыш тәбиғи-монументаль формаға ла эйәлер? Ошо
йүнәлештә лә эҙләнеүҙәргә урын бар түгелме? Был ҡаяташтарҙың тағы ла сер һаҡлаған мөйөштәре барҙыр, “Шүлгән-Таш” та ТАШ ҡына түгел, ысынында беҙҙең “Аҡбуҙаттың Һарайы” түгелме икән? Әлбиттә, был минең шәхси ҡарашым. Фотомонтаж, ялған тиеүселәргә әйтер һүҙем шул: халыҡ хәтере, халыҡ ҡомартҡыһы менән шаярыу урынһыҙ ул. Белеүебеҙсә, быйыл ил күләмендә “Рәсәй халыҡтарының мәҙәни ҡомартҡылары йылы”, ә Башҡортостаныбыҙҙа “Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылы” тип иғлан ителде. “Урал Батыр” һәм “Аҡбуҙат” эпостарының текстары (йөкмәткелектәре) донъя күләмендә архаик фольклор, һәйкәл тип танылды, ә әлеге көндәрҙә шул тиклем ҙур сығымдар менән төҙөлөп бөтөп барған “Шүлгән-Таш» музей комплексында сит ил оҫталары эшләгән макеттар араһында “Беҙҙең милли, башҡорт ҡомартҡыһына ла урын табылырмы икән?” – тигән һорау ҙа тыуып ҡуя.
Күҙәтеүҙәрем дөрөҫ юлдамы әллә хыялланыусы рәссам ғынамынмы – уныһы һеҙҙең хөкөмдә.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!


Әсғәт БӘШИРОВ фотолары.

Автор:Эльдар Фаттахов
Читайте нас