

Яңы программа сиктәрендә бындай ойошмалар йылына 11 процент менән льготалы ставка буйынса кредит алырға мөмкин.
Бер предприятие – бер йылға 10 миллиард һумғаса, компаниялар төркөмө 30 миллиард һумға тиклем аҡса алыу мөмкинлегенә эйә.
Мартта сәнәғәт һәм сауҙа ойошмаларына льготалы кредит программаһын ғәмәлгә ашырыу өсөн хөкүмәттең резерв фондынан 40 миллиард һум бүленде.
Резерв фондынан өҫтәмә финанслау менән кредит портфеле 1,2 триллион һум була.
Башинформ.