Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
15 Апрель , 13:28

Баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде

Быйыл Башҡортостан бюджетынан баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеүгә 100 миллион һум бүленде. Шуның 50 миллион һумы – электр менән тәьмин итеү мәсьәләләрен хәл итеүгә, 50 миллион һумы юл инфраструктураһына йүнәлтелә.

Баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде
Баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика баҡсасыларының «SMART-баҡсасы» беренсе форумында ошо турала белдерҙе. Уның һүҙҙәренсә, трансформаторҙар һәм электр тапшырыу линиялары заманса йөкләмәләргә яуап бирмәй. Уларҙың күбеһе иҫкергән. Даими техник хеҙмәтләндереү, капиталь ремонт, селтәрҙәрҙе яңыртыу йәки алмаштырыу талап ителә.

«Баҡсасылыҡ ширҡәттәренең тағы бер бер проблемаһы – юл инфраструктураһы. Баҡсасылыҡ ширҡәттәренә инеү юлдарының дөйөм оҙонлоғо – 1 600 саҡрым. Хужалары билдәләнгән 30 саҡрымлыҡ юлды ремонтлауға быйыл 50 миллион һум йүнәлтәбеҙ. Был 77 баҡсасылыҡ ширҡәтенә инеү юлын һалырға мөмкинлек бирергә тейеш», – тип билдәләне Башҡортостан Башлығы.

Бөгөн республикала баҡсасылар армияһы бик ҙур, яҡынса 1500 ширҡәт бар, тип билдәләне Радий Хәбиров.

Башҡортостан етәксеһе һуңғы йылдарҙа төбәктә баҡсасыларға ярҙам итеү өсөн тәүге аҙымдар яһалыуы хаҡында һөйләне.

Ике йыл элек «Граждандарҙың баҡсасылыҡты алып барыуы тураһында» республика законы ҡабул ителде, шулай уҡ власть органдары һәм ҡыҙыҡһынған ойошмалар вәкилдәренән ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо. Баҡсасылыҡ ширҡәттәре булған барлыҡ муниципалитеттарҙа ла ошондай кәңәшмә органдары барлыҡҡа килде.

Башинформ.

Баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде
Баҡсасылыҡҡа булышлыҡ итеү өсөн 100 миллион һум бүленде
Автор:
Читайте нас в