Ашҡаҙар
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
18 Апрель 2022, 16:10

Радий Хәбиров Сибай ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты

18 апрелдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Сибайға эш сәфәре барышында ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты. Өфө ҡала Советы депутаттары Рөстәм Афзаловтың муниципалитет башлығы вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуы өсөн тауыш бирҙе. Сибай хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Ишемғоловаға ҡала хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы тип тәғәйенләнде.

Радий Хәбиров Сибай ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты
Радий Хәбиров Сибай ҡала округы Советы ултырышында ҡатнашты

Төбәк етәксеһе Рөстәм Афзаловҡа ҡала мэры вазифаһында башҡарған эше өсөн рәхмәт белдерҙе. Радий Хәбиров уның идара итеү сифаттары республика кимәлендә талап ителәсәген билдәләне.

- Ил һәм республика алдында торған саҡырыуҙарға яуап биреү өсөн беҙ идара итеү көстәрен туплайбыҙ һәм эште яңы кимәлдә эш ойошторабыҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Радий Хәбиров. - Рөстәм Әхмәткәрим улы Афзалов дәүләт өлкәһендә етди тәжрибә мәктәбен үтте, муниципалитет башлығы вазифаһында бик күпте эшләне. Шуға күрә беҙ уны яңы эшкә саҡырырға булдыҡ.

Һуңғы йылдарҙа Сибай йылдам үҫеште, тип өҫтәне төбәк етәксеһе. Яңы сәнәғәт һәм социаль объекттар сафҡа индерелде. Республика артабан да ҡала халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

- Сибай хаҡлы рәүештә Урал аръяғының баш ҡалаһы тип иҫәпләнә, - тип билдәләне Радий Хәбиров. - Халыҡ менән бергә предприятиеларҙы һәм учреждениеларҙы, транспорт инфраструктураһын, йәмәғәт киңлектәрен, социаль башланғыстарҙы үҫтереү буйынса етди пландарҙы тормошҡа ашырабыҙ. Яңы хакимиәт башлығы ҡала халҡы ярҙамында был эште дауам итер, тип ышанам.

 Рөстәм Афзалов, үҙ сиратында, Сибай халҡына муниципалитет менән һөҙөмтәле эш алып барғандары һәм әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте.

- Бергәләп күп нәмә эшләнек, - тине Рөстәм Афзалов. - Беҙҙә ҡеүәтле депутаттар корпусы булдырылған. Сибай халҡы ҙур ярҙам күрһәтә. Әлбиттә, ҡала үҫешенең көнүҙәк мәсьәләләренә иғтибары өсөн республика етәкселегенә ҙур рәхмәт.

 Ултырыш аҙағында Радий Хәбиров депутаттарға ҡабул ителгән ҡарарҙары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рөстәм Афзаловҡа күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.

Автор:
Читайте нас: