Бынан тыш 10 аллея, 7 меңдән ашыу ағас үҫентеһе ултыртылды.
Шул иҫәптән, содовиктар паркында зәңгәр шыршы һәм декоратив алма ағастары ултыртылды.
Ҡала халҡын ҙур концерт һәм хәрби ҡорал күргәҙмәһе, ялан ашы менән дә һөйөндөрҙөләр ойоштороусылар. Ағас ултыртыуҙа күптәр ғаиләләре менән килгәйне, хәрби патриотик хәрәкәттәр вәкилдәре, ветерандар, депутаттар ҡатнашты.
Ҡалабыҙҙы матурлауҙа бөгөн Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев, БР эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары Алиса Ғибәҙуллина, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Ирек Зарипов та үҙ өлөшөн индерҙе.
Ә сараның иң ҡәҙерле ҡунағы, Бөйөк Ватан һуғышы Ветеран, 95 йәшлек Михаил Иванович Калабухов булды. Акцияның иң кесе ҡатнашыусыһына ни бары 10 ай.
Быуындар бәйләнеше, Ватансылыҡ, тирә-яҡҡа ҡарата иғтибарлылыҡ аҙаҡ «ZaРоссию!» концертында ла асыҡ сағылды.
Ошондай акциялар, саралар йышыраҡ булып, ҡала халҡы унда әлегеләй дәррәү ҡатнашып, берҙәм булһа, әлбиттә, беҙҙең киләсәгебеҙ ҙә ныҡлы буласаҡ!
#ЙәшелБашҡортостан#ГазетаАшкадар