Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Республика һулышы
29 Апрель 2022, 16:08

Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы

Бөгөн, Яҙ һәм хеҙмәт байрамы алдынан, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров намыҫлы эшсәндәргә һәм хеҙмәт династияһы вәкилдәренә республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы. Республика Башлығының 2021 йылдың 9 июнендәге указына ярашлы, ул һөнәри оҫталыҡ, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәт, юғары хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн тапшырыла.

Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы
Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы

«Ҡәҙерле дуҫтар, барығыҙ ҙа маҡтау һүҙҙәренә лайыҡ булдығыҙ. Иңегеҙҙә – тиҫтәләрсә йылдар намыҫлы хеҙмәт. Арағыҙҙа төрлө һөнәр эйәләре бар. Бөгөн бында етештереүселәр, аграрийҙар, табиптар, ғалимдар, уҡытыусылар, сәнғәт оҫталары, социаль хеҙмәткәрҙәр, янғын һүндереүселәр, водителдәр, мөһим тармаҡ эшселәре, ветеран ойошмалары вәкилдәре бар», – тине төбәк Башлығы.

Радий Хәбиров бөгөн лайыҡлы награда менән бүләкләнгәндәрҙе йылы һүҙҙәр менән телгә алды.

Бөгөн Ғафури районы «Изгелек шишмәһе» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенең социаль хеҙмәткәр Зоя Авдеева «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалына лайыҡ булды. Ул үҙ эшенә яуаплы һәм ижади ҡарай, оло йәштәгәлерҙең тормошон сағыу буяуҙар менән байыта. Пандемия осоронда Зоя Авдеева Стәрлетамаҡ психоневрология интернатының «ҡыҙыл зона»һында үҙ теләге менән эшләй. Һәр ваҡыт эштең иң ауыр участкаларында коллегаларына ярҙамға килә.

Башҡортостандың 100-ҙән ашыу иң яҡшы эшсәне «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалы менән һәм республика етәксеһенең Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Улар араһында Ишембай ҡалаһындағы Советтар Союзы Геройы Андрея Рябов исемендәге 11-се мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Әнүәр Шәңгәрәев та бар ине. Республика етәксеһе билдәләүенсә, Әнүәр Хөснулла улы меңләгән малай-ҡыҙ тәрбиәләгән, уның да физкультура уҡытыусыһы булған.

Тантананы йомғаҡлап, Радий Хәбиров бүләкләнеүселәрҙең барыһын да яҡынлашып килгән Беренсе байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ һәм изгелек теләне.

Башинформ.

Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы
Радий Хәбиров республиканың дәүләт наградаларын һәм «Хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн» миҙалдарын тапшырҙы
Автор:
Читайте нас: