Ашҡаҙар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ағиҙелдә аҡ теплоход

Башҡортостан тарихында тәүге тапҡыр баш ҡалаға дүрт палубалы круиз лайнеры туҡтаны.

Ағиҙелдә аҡ теплоход
Ағиҙелдә аҡ теплоход

«Александр Пушкин» теплоходы Түбәнге Новгород – Өфө маршруты буйынса туристар менән килгән. Илдең төрлө төбәктәренән булған ҡунаҡтар баш ҡаланың иҫтәлекле урындары менән таныша.

«Александр Пушкин» донъяның һыу киңлектәрен күп гиҙһә лә, Ағиҙел ярында тәүге тапҡыр. Ағиҙелдә ағым көслө, шуға был яҡҡа сыҡҡас тиҙлек яйланы, ә былай айырма юҡ, ти хужалар.

Беҙ рейсты Түбәнге Новгород ҡалаһынан башланыҡ. Өфөгә тәүлек ярымда килеп еттек. Юл ҡатмарлы түгел, беҙ һыу гиҙеп өйрәнгәнбеҙ бит. Ағиҙелдә ағым ғына көслө, тиҙлек кәмей.

Кирилл Климович, «Александр Пушкин» теплоходы капитаны ярҙамсыһы

Дүрт палубалы ҙур круиз лайнеры тәрән һыуҙа ғына йөҙә ала. Әле Ағиҙелгә ташҡын осоронда ғына сығырға мөмкин.

Өфөгә маршрут туристарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Йышыраҡ килер инек, тик бының өсөн йылғаның үҙәнен тәрәнәйтеү мотлаҡ. Беҙҙең теплоход хатта, Аҡ диңгеҙҙә башҡа лайнерҙар үтә алмаған Словецкий утрауына ла инә ала.

Ольга Снегова, «Александр Пушкин» теплоходының ҡунаҡхана менеджеры

Круиз лайнерында 200-гә яҡын кеше, уларҙың күбеһе туристар. Ҡунаҡтарға бай мәҙәни программа тәҡдим ителә. Был юлы теплоходта башҡорт халҡының йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре менән дә таныштырғандар. Туристар өсөн кейеҙ баҫыу, башҡорт бейеүе буйынса оҫталыҡ дәресе лә ойошторолған.

Туристар фекеренсә, Өфө круиз маршрутына тәүге тапҡыр индерелә, шуға был сәйәхәт күптәр ҙә ҡыҙыҡһыныу уятҡан.

Мин Байконурҙа эшләнем, самолетта ла күп остом, поезда ла етерлек йөрөнөм. Хәҙер тик һыу транспорты. Хәүефһеҙ һәм саф һауа. 50-гә яҡын сәфәргә сыҡҡаным бар. Ә Ағиҙел йылғаһын һәм Өфө ҡалаһын күптән күргем килә ине.

Юрий Новиков, турист /Мәскәү/

Круиз маршрутында Өфө ҡалаһын күргәс уйлап та тормайынса юллама алдым. Башҡа яҡтарҙа күп тапҡыр булған бар. Сәфәр бик оҡшай, тәбиғәт күренештәре ныҡ матур.

Валерия Маркелова, турист /Түбәнге Новгород/

Башҡортостан иһә круиз теплоходын ҡояшлы көн, йыр-моң менән ҡаршы алды. Туристар өсөн Өфөнөң иҫтәлекле урындары буйла сәфәр ҙә ойошторолдо.

«Дуҫлыҡ Монументы» аҫтында, Ағиҙел буйында туҡтаған теплоход Өфө халҡын да битараф ҡалдырманы. Күптәр эске туризмды үҫтереү мотлаҡ тип иҫәпләй.

Башҡортостан сәхнә оҫталары теплоход туристары өсөн мәҙәни программа ла әҙерләгән, туристарҙы бай йөкмәткеле концерт программаһы ла көтә.

 

https://bash.news

Ағиҙелдә аҡ теплоход
Ағиҙелдә аҡ теплоход
Автор:
Читайте нас: