Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Өфөнән Сочиға тура рейс асыла

«Өфө» аэропортының йәйге расписаниеһында 3 июндә яңы рейс асыла. NordStar авиакомпанияһының Boeing 737-800 самолеттары Сочиға оса башлай.

Өфөнән Сочиға тура рейс асыла
Өфөнән Сочиға тура рейс асыла

Халыҡ-ара аэропортының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостандың баш ҡалаһынан Сочиға рейстар аҙна һайын йома көндө башҡарыла.

«Өфө аэропортынан осош — көндөҙгө 4-се 10 минутта, Сочиға урындағы ваҡыт менән 5 тула 25 минутта барып етә. Кире йүнәлештә йома көндәрендә осорға мөмкин», — тиелә Өфө аэропорты белдереүендә.

Юлға өс сәғәт ярым ваҡыт китә.

Башинформ.

Автор:
Читайте нас: